Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 19:35

Балалар ижады үҙәгендә бәләкәй принцессалар балы үтте

Бына йылмая белмәгән принцессаның һарайы. Ул ҡыҙ илай торғас тоҙло күл хасил булған. Королева ҡыҙының йылмайыуын булһа ла күрер өсөн йәш принцессаларҙы саҡыра. Улар араһынан әхирәт һайлап алырға ҡарар итәләр.

Балға был көн 12 ҡыҙсыҡ килә. Уларҙы балалар ижады үҙәгенең аҫыл малайҙары — принцтар оҙатып алып йөрөйҙәр. Принцессалар шиғыр ҙа һөйләнеләр, йыр ҙа йырланылар, йомаҡ та систеләр. Хатта матур итеп бейеп тә күрһәттеләр. Бер туҡтауһыҙ илаған Йылмаймай торған принцесса башта иларға "онотто", унан мауығып уйынға ҡушылды. Һәм... ниһайәт йылмайып ебәрҙе.
Мөмкинлектәре сикләнгән был "принцессаларҙы" район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, балалар ижады үҙәге педагогтары, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм башҡалар килгән ине.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев бәләкәс ҡыҙҙарҙы етеп килгән 8 март ― ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлап үтте. "Йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен", ― тигән теләктәрен дә еткерҙе. Унан принцессаларға бүләген тапшырҙы. Илдус Зәйнуллин да принцессаларҙы тәбрикләне. Ата-әсәләргә сабырлыҡ теләне.
Сара һуңында барыһы ла иҫтәлеккә фото төштөләр.
Читайте нас: