Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 10:51

"Фән" милли проектына бүленгән аҡса уҙған йылда 99%-ҡа артты

2019 йылда был йүнәлешкә киткән сумма 37 млрд 942,1 млн һум тәшкил итте.#Путин

"Фән" милли проектына йүнәлтелгән аҡса планлаштырылған сумманан 99%-ҡа күберәк. Был туралағы белешмә РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы 2019-2024 йылдар арауығына ҡарата әҙерләгән докладында бирелгән.
"Бюджет яҙмаларына ярашлы 2019 йылда милли проект өсөн бүленгән сумма 37 млрд 942,1 млн һум тәшкил итте", - тиелә докладта.
2019 йылда "Фән" милли проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында норматив-хоҡуҡи база булдырылды, конкурс иғлан ителде, федераль проекттарҙа ҡатнашыусылар исемлеге билдәләнде, тиелә документта.
"Фән" милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы эшкәртелде. Уны ғәмәлгә ашырыу ваҡыты: 2018 йылдың октябренән 2024 йылға тиклем. Милли проектҡа ярашлы өҫтөнлөклө фәнни-технологик үҫеш өлкәһендәге фәнни эҙләнеүҙәр һәм эшкәртеүҙәр буйынса Рәсәй 2024 йылда донъяның иң яҡшы биш иле исемлегенә эләгергә тейеш. Рәсәй һәм сит илдән килгән билдәле ғалимдарға, перспективалы йәш эҙәрмәндәргә яҡшы эш шарттары булдырылырға, фәнни эҙләнеүҙәргә киткән эске сығымдар артырға тейеш.
Читайте нас: