Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 16:25

БАЙМАҠТА КОРОНАВИРУСЛЫ АУЫРЫУ?!

Эш шунда: Йылайыр районынан Баймаҡ дауаханаһына килтерелгән ауырыуҙа коронавирус ауырыуы бар тигән шик бар. Был ысынлап та шулаймы? Ошо һорау менән баш табип Әлиә Ғиззәт ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

Баймаҡҡа коронавирус килеп еткәнме? Ошо хәбәр бөгөн бар район-ҡаланы шаулата.
Эш шунда:. Йылайыр районынан килтерелгән ауырыуҙа коронавирус сире бар, тип борсолалар. Был хәбәр тиҙ арала районды ялмап алды. Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы Әлиә Ғиззәт ҡыҙы әйтеүенсә, ауырыуҙа коронавирус бар тигән шик бар, әммә был әлегә иҫбатланмаған. Ауырыуға диагноз тейешле анализдар эшләнгәс кенә ҡуйыласаҡ. Был хәл тураһындағы яңылыҡтар менән таныштырып барырбыҙ. Шулай ҙа һаҡланғанды һаҡлармын тигәнде онотмай, ҡайтыу менән ҡулығыҙҙы һабынлап йыуып, бүлмәләрҙе елләтеп, йәмәғәт урындарында артыҡ йөрөмәҫкә тырышығыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: