Билдәле булыуынса, ғинуар аҙағында Баймаҡта БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов етәкселегендә кәңәшмә үткәрелеп, унда башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу, йылҡысылыҡ тармағын артабан үҫтереү мәсьәләләре ҡаралғайны.Тап шунда был тармаҡ менән шөғөлләнеүсе фермер һәм шәхси хужалыҡ етәкселәре был актуаль теманы Урал аръяғы төбәге кимәленә күтәреү һәм уға Башҡортостан етәкселегенең иғтибарын йәлеп итеү фекерен еткергәйне. Һәм бына үткән аҙнала БР Ауыл хужалығы министрлығы Әбйәлил районының “Яҡтыкүл” шифаханаһына төбәк йылҡысыларын конференцияға йыйҙы. Уның менән БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселек итте.
-Бөгөн йылҡысылыҡ тармағында проблемалар бик күп, - тине конференцияны асып Илшат Илдус улы, - һәм беҙ уларҙы әле уртаға һалып тикшерергә тейешбеҙ. Иң төп проблемаларҙың береһе – башҡорт тоҡомло ат буйынса тейешле иҫәп булмауы. Тоҡомсолоҡ буйынса һуңғы китап та бик күптән – 2010 йылда сығарылған, һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә эш алып барылмай. Ғөмүмән, тейешле тәртип юҡ.
Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр Башҡортостанда 1 млн самаһы йылҡы аҫралһа, хәҙер иһә 100 меңдән ашыу. Шуға ҡарамаҫтан, ат һаны буйынса беҙ әле Рәсәйҙә икенсе урында киләбеҙ. Дәүләт кимәлендә йылҡысылыҡҡа иғтибар арта, ҡымыҙ етештергән, тоҡомло йылҡы үрсеткән хужалыҡтар субсидия ала. Ат спортын үҫтереү маҡсатында “Терра Башҡортостан” ярыштары ла үткәрә башланыҡ.
БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин билдәләүенсә, бөгөн республикала аттарҙы идентификациялау, йәғни уларҙы иҫәпкә алыу, тулы мәғлүмәт туплау етди проблема булып тора. Мәҫәлән, беҙҙең райондағы йылҡының 46 проценты ғына иҫәпкә алынған. Шул уҡ ваҡытта ветеринария өлкәһендә талаптар йылдан-йыл арта. Тиҙҙән ҡымыҙҙы ла юл буйында иркен һатып булмаясаҡ – сауҙаны тик “Меркурий” системаһы аша ғына тормошҡа ашырып буласаҡ. Йылҡы итен дә мал һуйыу цехы аша ғына һатырға рөхсәт ителәсәк.
“Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге директоры Дамир Исеев үҙ сығышында республикала йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереүҙең бөгөнгө кимәле, үҫеш перспективалары тураһында һөйләне. Ошо уҡ учреждениеның зоотехник-селекционеры Әкрәм Хөсәйенов Урал аръяғы хужалыҡтарында беренсел зоотехник һәм тоҡомсолоҡ иҫәбе, тоҡомло йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға талаптар, башҡорт тоҡомло йылҡы тураһында китап һәм каталог сығарыу хаҡында бәйән итте. Башҡорт тоҡомло йылҡыны иҫәпкә алыу буйынса эксперт комиссияһы рәйесе урынбаҫары Владимир Артомонов Башҡортостанда ат спортын үҫтереү мәсьәләһенә туҡталды.
Ә бына йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермер һәм шәхси хужалыҡ етәкселәрен ниндәй проблемалар борсой? Улар үрҙә сығыш яһағандарҙың фекере менән ризамы һуң? Башҡорт атын тоҡом булараҡ үрсетеүгә, ат спортын үҫтереүгә дәүләттән ярҙам ҡараламы? “Терра Башҡортостан” ярыштарын Урал аръяғы райондары өсөн айырым ойоштороп булмаймы ни? Аттарҙың күбәйеүе ауыл хужалығына, тәбиғәткә ҙур зыян килтерә түгелме? Бына ошоноң ише күп һанлы һорауҙар һәм мәсьәләләр күтәрелде был һөйләшеүҙә.
Баймаҡ районының йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнеүселәре исеменән Иҫке Сибайҙан “А.Ш. Шөгөров” КФХ-һы вәкиле Айнур Ишмөхәмәтов сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, беҙҙең райондан унда иң ҙур делегация ҡатнашты, егеттәр ҙә әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Улар башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу, уны иҫәпкә алыуҙы яйға һалыу маҡсатында төбәктә Компетенция үҙәгенең айырым штатын булдырыу, башҡорт атын үрсетеүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, районда балалар өсөн ат спорты мәктәбе асыу, ошо нигеҙҙә иппотерапия менән шөғөлләнеү, ат туризмын үҫтереү, республиканың мәғариф һәм дауалау учреждениелары менюһына йылҡы итен һәм ҡымыҙҙы индереү тәҡдимен күтәреп сыҡты. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ районында ипподром йәиһә махсуслаштырылған майҙансыҡ төҙөү, Урал аръяғы райондары өсөн айырым “Терра Башҡортостан” ат ярыштары ойоштороу мөһим. Сөнки, билдәле булыуынса, беҙҙең төбәктә ат спорты бик үҫешкән, район арғымаҡтары һәм юртаҡтарын бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә, хатта донъя кимәлендә юғары баһалайҙар. Был тәңгәлдә Иҫке Сибайҙан “Алмас Шөгөров” КФХ-һын, райондың “Ылаҡ” командаһын, Ҡуянтауҙан Снежана һәм Рәмзил Таймасовтарҙы, Юлыҡтан Барис Миңлебаевты, Темәстән Ринат Йосопов, Венер Сәфәров, Радмир Ирназаров һәм башҡаларҙы телгә алыу ҙа етә.
Конференцияла ҡымыҙҙың сифатын тикшереү өсөн махсус лаборатория булдырыу проблемаһы ла күтәрелде. Сер түгел, бөгөн “ҡымыҙ” исеме аҫтында шикле эсемлек һатыусылар артҡандан-арта, уны тикшергән хеҙмәт тә юҡ. Башҡортостанда иң сифатлы ҡымыҙ етештергән төбәктән - Баймаҡ районынан һатып алып, уны төрлөсә болғап, һатыуға сығарған алыпһатарҙар баһадирҙар эсемлегенең бәҫен төшөрә. Был хаҡта “Йоматау” шифаханаһы хеҙмәткәре Рушан Нәбиуллин сығыш яһаны. Ысынлап та, бик тә урынлы проблема был.
Ләкин шул уҡ ваҡытта һуңғы йылдарҙа аттарҙың артҡандан-арта барыуы, аҙып-туҙып йөрөгән малдарҙың ауыл хужалығы сәсеүлектәренә, бесәнлектәргә ҙур зыян килтереүе, юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе булыуы бар йәмғиәтте борсоуға һалыуын да оноторға ярамай. Был актуаль тема әлеге һөйләшеүҙә лә көн үҙәгенә ҡуйылған мәсьәләләрҙең береһе булды – уны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов һәм шул төбәктең ауыл биләмәләре башлыҡтары күтәреп сыҡты. Билдәле булыуынса, тап Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында республикала иң күп йылҡы аҫрала һәм юл-транспорт ваҡиғалары ла тап беҙҙең төбәктә иң юғарыһы.
Шуныһы үҙенсәлекле, конференция үҙ маҡсатына иреште, ул ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм фәһемле булды. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та сығыш яһаусыларҙың һәр фекерен иҫәпкә алып, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә, табырға ҡушты. Һәр хәлдә, конференцияла ҡатнашҡан министрлыҡ, башҡа ведомстволар етәкселәре йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнеүселәрҙең проблемалары менән яҡындан танышты, был йүнәлештәге мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырырға вәғәҙә бирҙе. Тимәк, башҡорт атының киләсәге бар, тип ышанырға ҡала.
Азат Шәрипов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары:
-Башҡорт атына ҡағылышлы мөһим проблемаларҙы күтәргән тәүге йыйын булды был һәм ул ҡуйылған маҡсатына иреште. Әлбиттә, етешһеҙлектәре лә булғандыр, әммә был өлкәләге мәсьәләләр тап ошондай ике яҡлы диалог формаһынан сығып хәл ителә бит. Күтәрелгән проблемалар бик актуаль, уларҙы власть органдары һәм йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең бергәләп, кәңәшләшеп эшләүҙәре ярҙамында хәл итеп буласаҡ. Беҙ был юҫыҡта артабан маҡсатлы эш алып барасаҡбыҙ.
Миңнур Яратова, Сибай ҡалаһындағы “Тарпан” ЯСЙ-һының зоотехник-селекционеры:
-Заманында оҙаҡ йылдар “Сибай” совхозында һәм “Баймаҡ” тоҡомсолоҡ предприятиеһында башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү буйынса эшләгән зоотехник-селекционер булараҡ, был конференцияла, Урал аръяғы төбәгендә башҡорт тоҡомло атттарҙы зоотехния һәм тоҡомсолоҡ өлкәләре буйынса иҫәп алып барылмаған, тигәндәре дөрөҫлөккә тап килмәй. Ни эшләп алып барылмаһын?! Беҙҙең районда был эш электән маҡсатлы барҙы. Билдәле ғалим Мөғим Әхмәт улы Лоҡманов тап ошо эш менән ғүмере буйы шөғөлләнде, тәжрибәһе менән уртаҡлашты, беҙгә барыһын да өйрәтеп китте. “Ялан” (элекке “Йылайыр” совхозы), “Ирәндек”, “Байҡара”, “Аҡморон”, “Сибай” хужалыҡтары, “Баймаҡ” тәжрибә хужалығы башҡорт тоҡомло атты үрсетеү менән маҡсатлы шөғөлләнде, тейешле документтары ла булды. Һәр хужалыҡта селекция-тоҡомсолоҡ эше, беренсел иҫәп, бонитировкалау алып барылды, тәжрибәле белгестәр эшләне. Уларҙан Ринат Шәрипов, Рәшиҙә Раҡаева, Эльвира Ишмырҙина, Дәүләтбай Йәнбәков, Шәһиҙә Рыҫҡужина һәм башҡалар үҙ эштәренең ысын оҫтаһы булды. Баймаҡ тоҡомсолоҡ предприятиеһынан Рәйсә Боҫҡонова, Әмир Моталлапов, Наҙгөл Хисмәтуллина тоҡомсолоҡ иҫәбен алып барырға ярҙам итте. Әйткәндәй, бөгөн күп фермер хужалыҡтары тоҡомсолоҡ статусы алыу маҡсаты менән үҙ аллы иҫәп эштәре алып бара. Мәҫәлән, Фәнис Кәримовтың барлыҡ йылҡыһына чип ҡуйылған, йыл да йәш малға тамға һуғыла, тоҡомсолоҡ карточкаларында бөтә мәғлүмәттәр теркәлә. Тәбиғи, ошондай юғары кимәлдәге эш тоҡомсолоҡ заводында - “Толпар” ЯСЙ-һында ла ҡуйылған.
Тимәк, беҙҙә үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр бар һәм артабан башҡорт тоҡомло йылҡы буйынса барлыҡ иҫәпте тейешле кимәлгә күтәрергә кәрәк.
Фәнис Кәримов, ат туризмы һәм этнотуризм менән шөғөлләнеүсе фермер хужалығы башлығы:
-Башҡорт тоҡомло аттың иң уникаль төрө һаналған Ирәндек тибы тап беҙҙең төбәктә 1958 йылда Спектр ҡушаматлы айғырҙан барлыҡҡа килә һәм бөгөнгәсә уңышлы йәшәп килә. Ирәндек тибы бөтә Урал аръяғына таралған. Мин дә тарҡалған “Ирәндек” хужалығынан тап ошо тоҡомдо һатып алып, эш башлап ебәрҙем. Тоҡомсолоҡ статусы алыу маҡсатында бөтә кәрәкле документтарҙы әҙерләнем. Әммә, физик берәмек булараҡ, статус бирмәнеләр. Шуға ҡарамаҫтан, эшемде әлегәсә дауам итәм, тоҡомсолоҡ буйынса бөтә кәрәкле иҫәпте алып барам. Шунлыҡтан, әлеге конференцияла ҡайһы бер әфәнделәрҙең, Урал аръяғында башҡорт тоҡомо буйынса иҫәп туҡтап ҡалған, тигәне менән бөтөнләй килешмәйем.
Кәңәшмәлә Баймаҡ егеттәренең дәррәү һәм әүҙем ҡатнашыуы, Башҡортостандың ауыл хужалығы министрының йылҡы аҫраусыларҙың проблемаларына битараф булмауы оҡшаны. Беҙҙең төп маҡсат – башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу. Бының өсөн бөтә зоотехния һәм беренсел тоҡом иҫәбе буйынса мәғлүмәттәрҙе тупларға, айырым китап итеп баҫтырырға кәрәк. Унда Мөғим Лоҡманов кеүек арҙаҡлы ғалимдарҙың, Миңнур Яратова кеүек үҙ эшенең ысын оҫталарының хеҙмәттәрен, тәжрибәләрен, күҙәтеүҙәрен теркәү мөһим. Тап шулай эшләгәндә ул үҙе бер документ буласаҡ һәм уны тейешле органдаорға еткерергә кәрәк. Шул саҡта икенсе милләт вәкилдәренең башҡорт атын, ҡымыҙын, ҡурайын, бал ҡортон үҙләштерергә батырсылығы етмәҫ.