Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 12:42

Республиканский семинар-совещание для глав муниципалитетов

Нефтекамала башҡарма власть етәкселәре һәм муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Нефтекамала башҡарма власть етәкселәре һәм муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
- Беҙ һеҙҙе бында алға пландар төҙөр өсөн уҙған йылды барлар өсөн йыйҙыҡ. Уҙған йыл һөҙөмтәһе -- ул беҙҙең уртаҡ уңыш. Сәнәғәт етештереүсәнлеге индексы – 104,2 процент. Был бик юғары күрһәткес. Рәсәйҙең уртаса кимәленән юғарыраҡ. Икенсе һан тағыл ла нығыраҡ һөйөндөрә. Инвестициялар 14 процентҡа артты. Ошолай уҡ тырышып эшләһәк, 2020 йылда тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшербеҙ, -- тине республика башлығы.
Семинарҙа ҡатнашыусылар төбәктең социаль-иҡдисади үҫешенә ҡағылған актуаль һорауҙарҙы хәл итеү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары, Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек мәсьәләләре, шулай уҡ Тораҡ пунктар йылы сиктәрендә төҙөкләндереү буйынса кәңәшләштеләр.
Читайте нас: