Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Февраль 2020, 00:31

Мәктәптәрҙә смартфон ҡулланыуҙы тыйырҙармы?

Бөгөн «Үргә ос!» мәғариф форумында Радий Хәбиров сығыш яһап, дәрестәрҙә смартфон ҡулланыу-ҡулланмау тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Тулыраҡ сайттан уҡығыҙ.

Бөгөн «Үргә ос!» мәғариф форумында Радий Хәбиров дәрестә балаларға смартфондар ҡулланыуҙы тыйыуҙы мәктәптәр ҡарамағына ҡуйырға тигән ҡарар ҡабул итеүен әйтте.
«Әлбиттә, был ҙур зыян», тип билдәләне республика етәксеһе һәм психолог Андрей Курпатовтың һанлы аутизм тураһында сығышы менән видеоролик күрһәтте.
Бынан алда мәктәптәрҙә уҡыусыларға телефондар кәрәкме, юҡмы икәнен белеү өсөн ата-әсәләр араһында һорау алыу уҙғарылды. Уларҙың 75% кәрәкмәй тип яуапланы, 25% смартфон ҡулланырға кәрәклеге өсөн тауыш бирҙе.

«Хөкүмәттә ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәремә телефонда соҡоноп ултырыуҙы тыйҙым. Ысынлап та, һөҙөмтә бар. Үҙемдә тәртип урынлаштырырмын, ә бына мәктәптәрҙә белмәйем, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Әлбиттә, Испанияла, Францияла тыйыу тәжрибәләре бар, бынан бер кем дә үлмәгән. Ләкин беҙҙең йәмғиәт – рәнйеүсән. Тыйһаң, балаларҙың хоҡуғын һәм иркен тартып алалар тип прокуратурға яҙа башларҙар».
Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына ошо мәсьәләне өйрәнеүҙе дауам итергә тигән тәҡдим индерҙе. Ул пилот проекты сифатында бер нисә мәктәптә генә смартфондар файҙаланыуға сикләү индерергә кәңәш бирҙе.
http://www.bashinform.ru/bash/1419752/
Читайте нас: