Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 12:44

Открытие перекрёстных годов России и Киргизии

Аралаш йылдар программаһы үҙ эсенә 200-ләп саралар планын ала. Саралар берҙәй үк Рәсәй Федерацияһында ла, Ҡырғыҙстан Республикаһында ла үтәсәк.Путин үҙ сығышында был тарихи ваҡиғаның ике ил һәм халыҡтар өсөн дә әһәмиәтле булыуы тураһында һөйләп үтте. Рәсәй менән Ҡырғыҙстанды иҡдисад үҫеше генә түгел, хәрби яҡтан да уртаҡ маҡсаттар бәйләй. "Тау ятҡылығы тармағы буйынса ҙур проекттар, транспорт һәм юғары технологиялар өлкәләре бәйләй. Рәсәй Ҡырғыҙстанға энергия ресурстарын биреү буйынса төп тәьмин итеүсе булып тора. Беҙҙең уҡыу йорттарында белем алған иҡдисадсылар Ҡырғыҙстанға ҡайта. Ҡабатлап әйтәм: Рәсәй артабан да Ҡырғыҙстан менән бәйләнеште нығытасаҡ", - тине дәүләт башлығы.Йыл программаһы үҙ эсенә 200-ләп саралар планын алған. Улар берҙәй үк Рәсәйҙә лә, Ҡырғыҙстанда ла үтәсәк. Был йыл дауамында ике ил халҡытағы ла нығыраҡ дуҫлашыр, тигән маҡсат ҡуйылған.Айырып әйткәндә, эшҡыуарҙарҙың һәм бизнес-миссиялар конференциялары планлаштырылған. Был үҙ-ара сауҙа һәм инвестицияны үҫтерер, яңы кооперация сәнәғәтен ауыл хужалығын, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләрҙе асырға ярҙам итер. Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан вуздары ректорҙары форумын, ике илдең йәш лидерҙары, фәнни, академия, һәм студенттар араһында семинарҙар үтәсәк.Театр, музыкаль коллективтар, төрлө күргәҙмәләр, осрашыуҙар һ.б. ике илдә йәшәгән халыҡтар дуҫлығын нығытыр.

Аралаш йылдар программаһы үҙ эсенә 200-ләп саралар планын ала. Саралар берҙәй үк Рәсәй Федерацияһында ла, Ҡырғыҙстан Республикаһында ла үтәсәк.
Путин үҙ сығышында был тарихи ваҡиғаның ике ил һәм халыҡтар өсөн дә әһәмиәтле булыуы тураһында һөйләп үтте. Рәсәй менән Ҡырғыҙстанды иҡдисад үҫеше генә түгел, хәрби яҡтан да уртаҡ маҡсаттар бәйләй. "Тау ятҡылығы тармағы буйынса ҙур проекттар, транспорт һәм юғары технологиялар өлкәләре бәйләй. Рәсәй Ҡырғыҙстанға энергия ресурстарын биреү буйынса төп тәьмин итеүсе булып тора. Беҙҙең уҡыу йорттарында белем алған иҡдисадсылар Ҡырғыҙстанға ҡайта. Ҡабатлап әйтәм: Рәсәй артабан да Ҡырғыҙстан менән бәйләнеште нығытасаҡ", - тине дәүләт башлығы.
Йыл программаһы үҙ эсенә 200-ләп саралар планын алған. Улар берҙәй үк Рәсәйҙә лә, Ҡырғыҙстанда ла үтәсәк. Был йыл дауамында ике ил халҡытағы ла нығыраҡ дуҫлашыр, тигән маҡсат ҡуйылған.
Айырып әйткәндә, эшҡыуарҙарҙың һәм бизнес-миссиялар конференциялары планлаштырылған. Был үҙ-ара сауҙа һәм инвестицияны үҫтерер, яңы кооперация сәнәғәтен ауыл хужалығын, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләрҙе асырға ярҙам итер.
Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан вуздары ректорҙары форумын, ике илдең йәш лидерҙары, фәнни, академия, һәм студенттар араһында семинарҙар үтәсәк.
Театр, музыкаль коллективтар, төрлө күргәҙмәләр, осрашыуҙар һ.б. ике илдә йәшәгән халыҡтар дуҫлығын нығытыр.
Читайте нас: