Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 18:01

Бөгөн Өфөлә "Үргә ос!" мәктәп мәғарифының икенсе форумы үтә

Форум сиктәрендә мәктәп медицинаһы, уҡыусының психологик һаулығы, берҙәм мәктәп формаһы, Хәүефһеҙ Интернет, балалар ялы һ.б. йүнәлештәрҙәҙе дискуссия майҙансыҡтары эшләй.#нацпроекты#регпроекты

Форум сиктәрендә мәктәп медицинаһы, уҡыусының психологик һаулығы, берҙәм мәктәп формаһы, Хәүефһеҙ Интернет, балалар ялы һ.б. йүнәлештәрҙәҙе дискуссия майҙансыҡтары эшләй.
Форум сиктәрендә берҙәм мәктәп формаһын индереү, уҡыусыларҙы диспансеризациялау, балалар стоматологияһы һәм һау-сәләмәт тормошто формалаштырыу, мәктәптә, класта психологик климат, уҡыусыларҙың Интернет системаһындағы хәүефһеҙлек процессы, Интернеттан һаҡланыу саралары: контент фильтрацияһы, антивирус пакеттарына өҫтәмә модулдәр, балалар браузерҙары, ата-әсә контролен көсәйтеү, энергия, туйындырыу көсөн модернизацилау, урам майҙансыҡтарын булдырыу, балаларҙың ялы һәм һауыҡтырыу системаһы концепцияһын ғәмәлгә ашырыу, белем биреү ойошмаларында спорт төрҙәрен киңәйтеү (воркаут, КЭС-баскет, йөҙөү, спорт көрәше, гимнастика һ.б., дөйөмбелем биреү ойошмаларында спорт йүнәлешендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, мәктәптәрҙә физкультминуттарҙы тергеҙеү, Башҡортостан Республикаһында һаулығы һәм мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид булған балалар өсөн инклюзив социаль һәм белем биреү мөхитен булдырыу һ.б.).
Форумда барлығы 700-ән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар -- мәктәп директорҙары, урындағы үҙидара етәкселәре, башҡарма власть вәкилдәре, ДЮСШ етәкселәре, ата-әсәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һ.б.
Читайте нас: