Сарала ҡануниәт органдары һәм башҡарма власть, фән, сәнғәт өлкәләре вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Путин эшсе төркөмдөң эшен еңел булмауын, дөрөҫөрәге сетерекле мәсьәләне хәл итеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.Мөрәжәғәтнамә яңғырау менән, уның был өлөшө халыҡта әүҙемлек уятты. Тәҡдим ителгән төҙәтмәләр һаны 500-ән ашып китте. Һәм был тәбиғи, сөнки был төҙәтмәләр илдең төп законына ҡағыла.
Путин әйтеүенсә, бында һәр һүҙҙе, һәр хәрефте, хатта өтөр-нөктәне ентекләп тикшереү зарур. "Бер нәмәне лә юғалтмайынса уны заманға яраҡлаштырыу -- бына нимә өҫтөндә эшләй эшсе төркөм", -- тип аныҡлып индереп китте дәүләт башлығы.
Заманса яңылыҡ тип ул Интернет селтәрен атаны.Шулай уҡ ҡайһы бер закондарҙың ҡабул ителеп тә ғәмәлгә ашырылмауының сәбәбен Конституция менән бәйләне.
Эшсе төркөм дә дәүләт башлығының һүҙҙәрен йөпләп үтте. Һәр төрлө өлкәнән йыйылған кешеләрҙең үҙ-ара ҡыҙыу бәхәстәре Конституцияға төҙәтмәләрҙе дөрөҫ индереүгә ҡоролған.
"26 йыл тәжрибәһе булған Конституцияға төҙәтмәләр индереү бик урынлы. Ул ваҡытта ил иҡдисад та, сәйәсәт тә башҡасараҡ ине. Суверенитетты нығытыуға, депутаттарға, министрҙарға, төбәк башлыҡтарына сит илдә финанс активтарын һаҡлауҙы тыйыуға бәйле тәҡдимдәрҙе халыҡ күтәреп алды", -- тине эшсе төркөм ағзаһы П.Крашенинников.
Ә бына А.Клишас әйтеүенсә, Конституцияның потенциалы ҙур, һәр эшсе төркөм шулай ҙа уның төп өлөшөн үҙгәрешһеҙ ҡалдырыуҙы хуп күргән. "Төҙәтмә индергәндә беҙ әле граждандар ҡулланған социаль, хоҡуҡи гарантияларҙы һаҡлап ҡалдырҙыҡ", -- тине ул.
Шулай уҡ Конституцияға төҙәтмәләр индереп бөткәс, уны халыҡ һайлау юлы менән ҡабул итергә тейеш була. Әгәр инде ҡабул итмәһә, төҙәтмәләр ҙә индерелмәйәсәк, тип белдерҙе Путин.