Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 12:43

Ата-бабаларҙың исемен мәңгеләштереү теләге бармы? Улайһа Рәсәй Почтаһына бар!

Рәсәй Почтаһы "Хәтер юлы" ("Дорога памяти") проектының партнеры булып тора. 2020 йылдың 17 февралдән 31 майға тиклем Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре ҡабул ителә. Скан аша үткән фотолар проекттың рәсми сайтында һаҡланалар.

Фотоһүрәттәр Башҡортостан Республикаһының барлыҡ почта бүлексәләрендә 17 февралгә тиклем ҡабул ителә. Фотоһүрәттәр һаҡсыллыҡ саралары күрелгәндән һуң төбәктең федераль почта бәйләнеше идаралығына ебәреләсәк. Унан скан аша үткәрелеп, мәғлүмәттәрҙең берҙәм базаһында баҫтырылғандан һуң үҙ хужаһына ҡайтарыла.
Белеүебеҙсә, почта бүлексәләре төпкөл ауылдарға тиклем барып етә. Ә был, үҙ сиратында, проекттың бар ил халҡына ла барып етеүенә ышаныс уята.
Шулай уҡ Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә QR-код индерелгән мәғлүмәттәр ҙә һаҡлана. Кодҡа баҫып, һеҙ фотоғыҙҙы үҙ аллы мәғлүмәттәр базаһына индерә алаһығыҙ.
Һуғыш йылдарында почта хеҙмәткәрҙәре 10 млрд-тан ашыу хат, 23 миллионлап посылка ташыған. Ә почта фронт менән тылды бәйләп торған берҙән-бер сара булған. Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән саҡта Рәсәй Почтаһының төп бурысы – быуындарҙы бәйләп, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын мәңгеләштереү.
Читайте нас: