Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 11:09

Башҡортостан ауылдарына бүреләр, ысынлап та, һөжүм итәме?

«Бына, хәҙер бүреләр Федоровка районында. Ҡарағыҙ, 13 бүре», — ти уларҙың береһе, ә яҙма авторы район халҡын һағыраҡ һәм иғтибарлыраҡ булыуын һорай.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республика райондарының береһенә бүреләр һөжүм итеүе тураһында сираттағы видеояҙмаға аңлатма бирҙеләр.
Ошо көндәрҙә урындағы төркөмдәрҙә Федоровка районында автомобилдәге ир-егеттәрҙең 13 бүре күреүе хаҡында яҙма барлыҡҡа килде.
«Бына, хәҙер бүреләр Федоровка районында. Ҡарағыҙ, 13 бүре», — ти уларҙың береһе, ә яҙма авторы район халҡын һағыраҡ һәм иғтибарлыраҡ булыуын һорай.
Экология министрлығында «Башинформ» агентлығына әйтеүҙәренсә, Рәсәйҙә ике Федоровка районы бар.
«Әлеге видеоның ҡайҙа төшөрөлгәне билдәһеҙ. Әгәр был Федоровка районы икән, уның Һарытау өлкәһендәге район булыуы ихтимал. Башҡортостандың Федоровка районында беҙҙең инспектор һәм хужалыҡ эшселәре тикшереп сыҡты, бүреләр табылманы», — тине Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары Глеб Егоров.
Бынан алда социаль селтәрҙәрҙә вертолеттан төшөрөлгән икенсе видео таралды, йәнәһе лә Бөрйән районы яғынан бүреләр яҡынлаша. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында был мәғлүмәттәе кире ҡаҡтылар.
http://www.bashinform.ru/bash/1411280/
Читайте нас: