Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 11:54

Путин балалы ғаиләләргә пособие биреү һәм әсәлек капиталын алыуҙы еңелләштерергә бойорҙо

Балалар пособиеһын дистанцион юллап булырмы?#Путин

РФ Президенты Путин белдереүенсә, балалы ғаиләләргә пособиелар юллауҙа ярҙам итеү кәрәк. Бының өсөн документтар пакетын кәметеү кәрәк буласаҡ.
Кабмин менән кәңәшмә барышында дәүләт башлығы хөкүмәттән "тиҙ арала норматив базаны әҙерләп ҡабул итергә" кәрәклеге тураһында әйтеп үтте. Шулай уҡ "урындарҙа ла эште яйға һалыу мотлаҡ". Был 3-7 йәшлек балалар тәрбиәләгән мохтаж ғаиләләргә ҡағыла.
"Барлыҡ формаль өлөшөн йәһәтерәк кәметер кәрәк була, кешеләр волокитаһыҙ ғына түләүҙәр юллай алһын. Хатта ғаризаны дистанцион бирерлек булһын. Шулай уҡ был әсәлек капиталына ла ҡағыла", - тине Путин.
Читайте нас: