Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 11:10

Үҙ тарихыңды "Еңеү йөҙө" проектына ебәр!

Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығына ҡарата "Еңеү йөҙө" ("Лица Победы") проекты булдырылды.#нацпроекты

Еңеү музейында "халыҡ экспозицияһы" барлыҡҡа килде. Бында 150 миллионлап фото һәм документтар, яҙмыштар тарихы тупланған. "Еңеү йөҙө" проектында ҡатнашыусылар һуғышта ҡатнашыусы ата-бабаларының портретын табып, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә күрһәтә ала.
"Еңеү йөҙө" проекты халыҡ-ара статусына эйә. Шуға ла бында төрлө ил граждандары үҙ яҡындары тураһында мәғлүмәт индерә ала.
"Еңеү йөҙө" проектына ҡушылып, Еңеү Музейы сайтына, мобиль ҡушымтаһына, почтаһына инеп, йә шәхсән мғлүмәттәрҙе алып барып бирергә мөмкин.
Читайте нас: