Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 13:46

Ер-әсәне закон һаҡлай!

Тәбиғәтте тәртип һәм таҙалыҡта тотоу, уны матур килеш киләһе быуындарға еткереү – хәҙерге заман йәмғиәтенең төп бурысы булып тора. Һуңғы йылдарҙа тирә-яҡты баҫып барған ҡый, сүплектәр менән көрәшеү өсөн кешеләрҙең үҙ теләге менән өмәләргә сығыуы ла ҡыуаныслы күренешкә әүерелде.#нацпроекты

Тәбиғәтте тәртип һәм таҙалыҡта тотоу, уны матур килеш киләһе быуындарға еткереү – хәҙерге заман йәмғиәтенең төп бурысы булып тора. Һуңғы йылдарҙа тирә-яҡты баҫып барған ҡый, сүплектәр менән көрәшеү өсөн кешеләрҙең үҙ теләге менән өмәләргә сығыуы ла ҡыуаныслы күренешкә әүерелде. Тик йыйылған сүп-сар тауҙарын эшкәртеү ҙә мөһим бит. Уны бер урынға өйөү менән проблема хәл ителмәй. Шул япондар һымаҡ эшкәртелгән ҡыйҙарҙан йәп-йәшел утрауҙар эшләгәндә!
28 ғинуарҙа район хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә ҡый реформаһына ҡағылышлы мөһим проблемалар күтәрелде. Унда “Эко-сити” төбәк операторы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ҡала биләмәһе хакимиәте белгестәре ҡатнашты. Кәңәшмәгә шулай уҡ район-ҡала ойошмаларының бар етәкселәре саҡырылды. “Эко-сити” төбәк операторы менән килешеү төҙөмәгән юридик берәмектәр, ойошмалар кем алдында яуап тотасаҡ? Был нимә өсөн эшләнә? Хәҙерге ваҡытҡа тиклем килешеү төҙөмәгән ойошмаларға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Кәңәшмә барышында етәкселәр был һорауҙарҙың барыһына ла ентекле яуап алды. Бынан тыш ҡыйҙың эшкәртелмәүе тәбиғәткә нимә менән янауы, Ер-әсәне ҡайһы закондар һаҡлауы тураһында ла тәфсирләп аңлатма бирелде.
Кәңәшмә барышында яуапды вазифаны биләгән етәкселәр бар һорауҙарына яуап алды. “Эко-сити” төбәк операторы билдәләгән ҡыйҙы сығарыу графигы теүәл үтәлергә тейеш икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: