Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 18:14

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитовтың башҡорт филологияһы факультеты буйынса мөрәжәғәте

Уҙған ял социаль селтәрҙәрҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты йәнәһе лә ябыла, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралып өлгөрҙө. Үкенескә күрә, күптәр был хәбәргә ышанып, үҙ комментарийҙарын тултырып яҙа ла башланылар. Әммә был буш хәбәр. Башҡорт филологияһы факультеты ябылмай!

Уҙған ял социаль селтәрҙәрҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты йәнәһе лә ябыла, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралып өлгөрҙө. Үкенескә күрә, күптәр был хәбәргә ышанып, үҙ комментарийҙарын тултырып яҙа ла башланылар. Әммә был буш хәбәр. Башҡорт филологияһы факультеты ябылмай!
Был турала М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның ректоры Салауат Сәғитов мөрәжәғәт менән сығыш яһап, факультеттың ябылыу-ябылмауы тураһында аныҡлыҡ индереп үтте:
"Ҡәҙерле студенттар, магистранттар, аспиранттар, профессор-уҡытыусылар корпусы, башҡорт филологияһын тамамлаусылар, коллегалар!
Рәсми хәбәр итәм - факультеттың ябылыуы тураһында һүҙ ҙә булғаны юҡ!"
Өҫтәп ректор факультеттың бөгөнгө тормошо тураһында ла бәйән итте.
Башҡорт филологияһы факультеты яңырыу, үҫешеү юлында. Әле бында 300-ҙән ашыу студент һәм магистрант белем ала. Үкенескә күрә был 10 йыл элекке һанға ҡарағанда ике тапҡырға аҙыраҡ. Ул йылдарҙа 600-ләп кеше уҡығын.
"Шуға ла факультетты нисек итеп һаҡлап ҡалыу тураһында арыуыҡ баш ватҡандан һуң, башҡорт филологияһы факультетын үҫтереү маҡсатында, факультет составында Көнсығыш телдәрен үҫтереү үҙәген булдырыу, һәм, шулай уҡ, уның эсенә Дини үҫеш ресурслы үҙәген индереү ҡаралды. Был тәҡдим студенттарҙың да, хеҙмәткәрҙәрҙең дә хуплауын алды", -- тип ул дауам итте.
"Әле М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла ҡытай, төрөк һәм ғәрәп телдәрен өйренеү буйынса дәрестәр алып барыла. Киләсәктә бындай дәрестәрҙе күберәк үткәреү күҙаллана. Көнсығыш телдәрен өйрәнеү үҙәге алдына оло маҡсаттар ҡуйыла. Был, беренсенән, беҙҙең университетҡа сит ил студенттарын йәлеп итәсәк. Ә был, үҙ сиратында, төбәктә "Полилингваль мәктәп" проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Ә инде Дини үҫештең ресурслы үҙәге беҙгә ислам һәм ШОС илдәре менән уртаҡ программалар үҫешенә йүнәлеш бирәсәк...."
Шулай итеп, башҡорт филологияһы ябылырмы, тигән һорауға яуап та табылды. Ул, киреһенсә, яңы мөмкинлектәргә юл аса, тип ышанайыҡ.
Читайте нас: