Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 11:12

Голикова: Рәсәйҙә 838 мең класс етәксеһе өҫтәмә түләү аласаҡ

Шулай уҡ вице-премер билдәләүенсә, 2020 йылдың 1 сентябренән класс етәкселәре 5-әр мең һум өҫтәмә түләү ала башлаясаҡ #Путин

5 мең һум өҫтәмә түләүҙе класс менән етәкселек иткән өсөн 838 мең уҡытыусы ала башлаясаҡ. Был, үҙ сиратында, 2020 йылда 76,3 млрд һум аҡса талап итәсәк, тип уҙған дүшәмбе РФ вице-премьеры Татьяна Голикова "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең юғары советы бюроһы ултырышында хәбәр итте.
"Класс етәксеһенә 5 мең һум өҫтәмә түләү 2020 йылдың 1 сентябрендә, йәғни яңы уҡыу йылы башланғанда ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Был йәһәттән йүнәлтелгән йыллыҡ сығым 76,3 млрд һум тәшкил итә. 2019 йыл иҫәптәре буйынса класс етәкселәр һаны 838 мең кеше иҫәпләнә", - тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа төбәлгән мөрәжәғәтнамәһендә класс етәкселәренә 2020 йылдың 1 сентәбренән 5 мең һум күләмендә өҫтәмә түләү индерелә башлауы тураһында хәбәр иткәйне. РФ Мәғариф министры әйтеүенсә, министрлыҡ был мәсьәлә өҫтөндә эшләй.
Читайте нас: