Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 11:13
Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға ҡасандан түләй башларҙар?
Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Мөрәжәғәтнамәһендә 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүҙәр булдырыу тураһында әйтеп үткәйне. Башҡортостанда был түләүҙәргә ҡарата ниндәй эштәр башҡарыла? #Путин
Быйыл Путин Федераль Йыйылышҡа төбәлгән Мөрәжәғәтнамәһендә балалы ғаиләләргә айырыуса иғтибар бүлде. Унда шулай уҡ 3-7 йәшлек балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә (ғаилә килеме минималь йәшәү кимәленән артмаған осраҡта) буласаҡ түләүҙәр тураһында ла һүҙ булғайны.
2020 йылдан бындай түләү күләме ярты минималь йәшәү кимәле дәүмәлен тәшкил итә (Башҡортостан Республикаһында ул 4,9 мең һумды тәшкил итә).
Липецк өлкәһендә үткән журналистар һәм йәмәғәт хәбәрселәре менән осрашыуҙа Путин хәбәр итеүенсә, был түләүҙәрҙең төп талабы ябай: ата-әсәнең килеме һәм ғариза биреү ваҡыты. Бындай ғаризаны 3-7 йәшлек балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр 2020 йылдың 31 декабренә тиклем биреп өлгөрөргә тейеш. Шулай уҡ ата-әсәләрҙең эш хаҡы күләме лә бында төп ролде уйнай (һәр ғаилә ағзаһына бүлгәндә минималь йәшәү кимәленән артмаҫҡа тейеш).
Шулай уҡ ғаризаны ҡасан биреүгә ҡарамаҫтан (баланың өс йәше тулған осраҡта) 2020 йылдың 1 ғинуарынан пособие тулыһынса түләнә.
Мөрәжәғәтнамәне ғәмәлгә ашырыу маҡсатында федераль бюджетҡа төҙәтмәләр индереү буйынса айырым эштәр алып барыла. Уның раҫланыу ваҡыты яҡынса ағымдағы йылдың июль айына ҡаралған.
Шулай итеп, федераль норматив акттар әҙер булыу менән Башҡортостан Республикаһының Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы тарафынан ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи