Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 17:42

Студенттар форумы - #ДОМА

2020 йылдың 5 февалендә тәүге тапҡыр Өфөлә ситтә уҡып йөрөүселәр өсөн #ӨЙҘӘ, #ДОМА Студенттар форумы үтә.

2020 йылдың 5 февалендә тәүге тапҡыр Өфөлә ситтә уҡып йөрөүселәр өсөн #ӨЙҘӘ, #ДОМА Студенттар форумы үтә.
Форумдың маҡсаты ла ябай: ситтә уҡып йөрөүсе яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеш булдырыу. Ҡулдарына диплом алып тыуған ергә ҡайтыу өсөн эш урындары тураһында мәғлүмәт биреү, ниндәйҙер кимәлдә ярҙам күрһәтеү. Форумдан һуң төрлө ҡалаларҙа уҡып йөрөүсе студенттар араһында бәйләнеш булдырылыр, шулай уҡ форумда ҡатнашыусы студенттарҙың ғилми-тикшеренеү һәм ижади потенциалын да асыҡларға ярҙам итер, тигән ышаныс та бар.
Студенттарҙы бай йөкмәткеле интерактив программа көтә.
"Торатау" Конгресс-холлда үткән сарала төрлө ойошма, предприятие етәкселәре һ.б. студенттарға төрлө социаль проекттар, вакансиялар тураһында һөйләйәсәк.
Башҡортостандан ситтә уҡыусы студенттарҙы форумда ҡатнашырға саҡырабыҙ. Регистрация үтеү өсөн ошо һылтанмаға баҫығыҙ.
Читайте нас: