Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 22:40

Уҙған йылға йомғаҡ яһанылар

Башҡортостан Хөкүмәтендә Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең 2019 йыл йомғаҡтарын яһанылар. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты

23 ғинуарҙа Хөкүмәт Йортонда Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһендәге Попечителлек советы ултырышы үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үткәрҙе. Ултырышта бүлектең уҙған йыл эш һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы.
Бүлек рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов һөйләп үтеүенсә, «Асҡын боҙ мәмерйәһе» турист комплексы асылған, «Янғантау» ЮНЕСКО Геопаркын асыуҙа, «Урал барысы» һәм «Башкирская кругосветка» туристик проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашҡандар. Халыҡ-ара географик диктант яҙыуҙа РФ-да Башҡортостан майҙансыҡтар һәм ҡатнашыусылар һаны буйынса лидер булған.
Шулай уҡ ултырышта йәмғиәттең 2020 йылға пландары билдәләнде. Улар Рус география ойошмаһының 175 йыллығын һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын һ.б. билдәләүгә ҡоролған.
Попечитель советы ағзалары бүлектең уҙған йылдағы эшен яҡшы яҡтан баһаланылар һәм киләһе йылға саралар планын төҙөнөләр.
Читайте нас: