Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 17:08

Прокуратура "Ғаилә табибы" ЯСЙ-һында хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләүҙе талап иткән

Был яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә йыл дауамында хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләнмәгән.

2019 йылдың 17 декабре.

Өфө ҡалаһының Совет районы прокуратураһы ойошманың банкротлыҡ тип иғлин ителеүе буйынса тикшереүҙәр алып бара.

Ғинуарҙа "Ғаилә табибы" ЯСЙ-һын икенсе ойомаға тапшырыу буйынса конкурс иғлан ителә. Был ойошмала өс хеҙмәткәргә йыл дауамында эш хаҡы түләнмәгән булып сыҡты. Уның суммаһы 178 мең тәшкил итә.

прокуратура ҡыҫылғандан һуң ойошма хеҙмәткәрҙәр алдындағы бурысты тулыһынса ҡаплай.

2019 йылдың 19 декабре.

Шулай уҡ ошо ойошмала һатыусы-консультант булып эшләп, декрет отпускыһына сыҡҡан йәш әсә лә тейешле пособиеларҙы ала алмай. Хеҙмәткәр алдында эш биреүсенең бурысы 83 мең һум тәшкил итә.

Был осраҡта прокуратура шәхси эшҡыуарға административ эш аса. Эшҡыуарға 10 мең һум штраф һалына. Бынан тыш прокуратура ярҙамы менән күп балалы әсә тейешле түләүҙәрҙе ала ала.


Читайте нас: