Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 14:05

Президент төбәктәргә мәктәп һағы мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алырға тәҡдим итте

Рәсәй лидеры мәктәп һағына иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге тураһында иҫкәртте#Путин

Муниципаль һәм төбәк хөкүмәттәрен мәктәптәр һағы финанс мәсьәләләрен мәктәп уҡыусыларының ғаилә хәленә ҡарап хәл итергә саҡырҙы. Мәктәп хәүефһеҙлеге мәсьәләләре төбәккә өлөшләтә үҙ өҫтөнә алырға саҡырҙы. Был турала ул Сочиҙа студенттар менән булған осрашыу барышында һөйләне.
"Килемдәр түбән булған осраҡта мәктәп һағына, йә беренсе класҡа әҙерлек курсы өсөн түләргә ҡушалар. <…> Мәктәп һағына килгәндә, был, әлбиттә антитеррор комитеты талабы булып тора. Һәм быға талап юғары булырға тейеш. Ғаиләлә килем булмаған осраҡта нисек түләрҙәр? Был өлкәләге сығымды өлөшләтә булһа ла төбәктәр үҙ өҫтөнә алырға тейеш", - тине президент.
Читайте нас: