Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 11:48

Путин конституциялағы президент вәкәләттәре ваҡытын "бер-бер артлы" тигән юлдарҙы алып ташларға тәҡдим итте

Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаған саҡта ил башлығы был мәсьәләнең мөһимлеген күрмәйем, тине#Путин

РФ Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһына РФ Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проектын индерҙе. Унда дәүләт башлығы вазифаһын ике тапҡырҙан артыҡ биләргә ярамай, тигән юлдарҙы алып ташларға тип яҙылған. Документтың тулы тексы дүшәмбе көн ошонда баҫылған.
"Бер үк кеше призидент вазифаһын ике тапҡырҙан артыҡ биләй алмай", - тип закон проектында яҙылған.
РФ Конституцияһының 3-сө бүлегендәге 81-се статьяла яҙылыуынса, дәүләт башлығы вазифаһын ике тапҡырҙан артыҡ билдәргә ярамай.
15 ғинуарҙағы Путиндың Федераль йыйылышға булған Мөрәжәғәтнәмәһендә әйтелеүенсә, Рәсәй лидеры дәүләт башлығы вазифаһын бер үк кешенең ике тапҡырҙан артыҡ вазифаны биләргә тейеш түгел, тигән юлдарға ҡаршы сыҡмай, әммә был һорау принципиаль түгеллеген белдерҙе.
Читайте нас: