Һаҡмар
+15 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
20 Января 2020, 15:45
Конституцияға үҙгәреш индереүгә һеҙ ризамы?
Мәғлүм булыуынса, ил Президенты Владимир Путин һуңғы Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү талап ителеүе хаҡында белдергәйне. Берҙәм тауыш биреү көнө ҡасанға билдәоәнгән? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты
Мәғлүм булыуынса, ил Президенты Владимир Путин һуңғы Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү талап ителеүе хаҡында белдергәйне.
Был көндө билдәләгәндәр – 12 апрелдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү уҙасаҡ, тип белдерә “РБК” мәғлүмәт агентлығы. Әле Кремлдә ошо көн иң уңайлыһы тип һанайҙар, әммә был һуңғы ҡарар булмауы ла ихтимал, тауыш биреүҙе шулай уҡ 26 апрелгә ҡуйыуҙары ла бар.
Ғөмүмән, ниндәй көндө билдәләһәләр ҙә, Конституцияға үҙгәрештәр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүе уҙасаҡ. Был сараны уҙғарыу ваҡыты һәм тәртибе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың махсус указында күрһәтеләсәк. Сара үтер алдынан халыҡҡа аңлатыу эше лә киң йәйелдереләсәк.
Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы үҙгәрештәр индергәндән һуң, халыҡ тауыш бирәсәк. Төбәктәрҙең Дәүләт Закондар сығарыу органдарының өстән бер өлөшө төп законға үҙгәрештәр индереүҙе хупларға тейеш. Граждандарҙың теләген белгәс, Конституцияға үҙгәрештәр законлы көсөнә инә.
https://vk.com/wall-104965500_35362
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"