Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 11:22

Күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең һәр икенсеһе үҙе йәшәгән йортто төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә

Шулай уҡ күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең ни бары 52%-ы ғына йорт идаралығы компанияһының исемен белә#Путин

Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең һәр икенсеһе тиерлек үҙҙәре йәшәгән йортто төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Был турала Йәмғиәт фекерен өйрәнеүсе Бөтә Рәсәй үҙәге һорау алыу ойошторғандан һуң хәбәр итте.
"Һуңғы ике йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда күп фатирлы йортта йәшәүсе һәр икенсе кеше (49%) үҙҙәре йәшәгән йортто төҙөкләндереү буйынса ойошторолған сараларҙа ҡатнашып, үҙ тауышын белдергән", — тип һорау алыу ҡағыҙҙарында күрһәтелгән.
Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың өстән бер өлөшө йорт алдындағы биләмәне төҙөкләндереүҙә, 17% - идара итеүсе компанияны һайлауҙа, 10% - ТСЖ эшендә, 8% домовой комитет составында ҡатнашҡан.
Читайте нас в