Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 11:31

Яков Кугубаев: Президент мөрәжәғәтнамәһе социаль йүнәлешкә ҡоролған

Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләп үтеүенсә, ил өсөн кеше, уның тормошо, һаулығы, балалары һәм ғаиләһе иң ҡиммәте булып тора.#Путин

"Күп балалы ғаиләләргә һәм ғаилә институтына социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы тәҡдимдәр һөйөндөрҙө. Быйыл башланғыс класс уҡыусылары бушлай туҡлана башлаясаҡ! Республикабыҙ әллә ҡасандан уҡ был йүнәлештә эш алып бара ине инде. Миҫалға барлыҡ балалар өсөн дә дөйөм менюны килтерергә лә була. Был өлкәләге аутсорсингка иғтибарҙы йүнәлтеү ҙә етә. Был осраҡта маҡсат баланы ашатыуҙа түгел, ә аҡса эшләп ҡалыу" - тип иҫәпләй "Бпрҙәм Рәсәй"ҙең БР Дәүләт Йыйылышындағы депутаты.
Парламентарий фекеренсә, белем биреү өлкәһендәге икенсе мөһим фактор тип, 1 сентябрҙән барлыҡ класс етәкселәре биш мең күләмендә өҫтәмә түләү аласаҡ (быға тиклем алғандарына шул килеш ҡалырға тейеш).
"Халыҡтың иң ауыртҡан урыны -- ул медицина өлкәһе. Медицина уҡыу йорттарында 70% бюджет урыны маҡсатлы йүнәлтмә буйынса бүленәсәк. Йәғни йүнәлтмә менән булған кеше еңел генә уҡырға инә һәм уҡып бөткәс кире ҡайтып эшләй башлай", - тип Яков Кугубаев әйтте.
Мөрәжәғәтнамәлә Фельдшер-акушер пункттары һәм уның инфраструктураһын үҫтереү тураһында айырып әйтелде. Парламентарий һөйләүенсә, уҙған йыл Партия йүнәлтмәһе буйынса депутаттар 61 ФАП-иы мониторингланы. Быйыл Башҡортостан Республикаһы буйынса 72 ФАП-ты ремонтлау йә урынына яңыһы һалыныуы көтөлә. Бында "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе лә үҙ өлөшөн индерәсәк.
Читайте нас: