Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 10:30

"Вәғәҙәне үтәргә кәрәк..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ниндәй вәғәҙәһен үтәне? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Биргән вәғәҙәне үтәргә кәрәк, тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров кисә үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә. “Бер йыл элек ул “Салауат Юлаев” командаһы хоккеистарына, әгәр конференцияның финал уйындарына сыҡһағыҙ, хоккей уйнай башлайым, тип вәғәҙә биргәйнем. Улар үҙ һүҙҙәрендә торҙо. Һәм бына, бөгөн, ғүмеремдә беренсе тапҡыр коньки һәм хоккеистарҙың кейемдәрендә боҙға сыҡтым. Ауыр, әммә мин ныҡыш, мотлаҡ өйрәнәсәкмен...” - тине ул.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың был һүҙҙәре күптәргә өлгө булып тора. Коньки кейеп, беренсе тапҡыр боҙға сығыу бер ваҡытта ла һуң түгел. Әйҙәгеҙ, ҡышҡы уйындарға...

Читайте нас: