Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 14:06

Республика табиптары төбәктәрҙә ҡабул итеүҙәр ойоштора

Республика медицина ойошмаларының белгес табиптарҙың бригадаһы райондар буйлап йөрөй#нацпроекты

Табиптарҙың бригадаһы составында нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, балалар һәм ололар кардиологы, неврологы, эндокринологы һәм офтальмологы бар. Шулай уҡ тәүге тапҡыр был бригада составына "Әсә һәм бала" клиник госпитале белгестәре лә индерелде.
Табиптар бригадаһының 2020 йылдағы эш графигы менән танышығыҙ:
- 13-17 ғинуар - Октябрский ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһы;
- 19-25 ғинуар - Сибай ҡалаһы;
- 27-31 ғинуар - Салауат ҡалаһы;
- 3-7 февраль - Стәрлетамаҡтың 1-се һанлы клиник дауаханаһы;
- 10-14 февраль - Нефтекамск ҡалаһы;
- 17-21 февраль - Ағиҙел ҡалаһы;
- 23-29 февраль - Туймазы районы;
- 1-7 март - Учалы районы;
- 9-13 март - Яңауыл районы;
- 16-20 март - Дәүләкән районы;
- 23-27 март - Благовещен районы.
Читайте нас: