Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 12:28

Алексей Изотов: Халыҡты дауаханаға барыу алыҫ булғанда ғүмерҙең оҙонлоғо ҡыуандырмай

Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаһы илдең эске үҫешенә ҡағылды. Был турала "Берҙәм Рәсәй"ҙән Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов әйтеп үтте.#Путин

"Бөгөнгө көн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә проблемалар етерлек. Уның сифатына, халыҡ өсөн аңлайышлы булыуына ялыуҙар килеп кенә тора. Дауаханаға барыу өсөн оҙон юл үткән ябай халыҡты ғүмер оҙонлоғо күрһәткестәре әллә ни ҡыҙыҡһындырмай ҙа тиерлек. Шуның өсөн дә беҙ иғтибарҙы уның беренсел звеноһына йүнәлтергә тейешбеҙ. Уны кәрәкле ҡоролмалар менән тәьмин итеү, ФАП-тар төҙөү, табиптар өсөн торлаҡ биреү... Медицина уҡыу йорттарында һәм ординатураларҙа бюджет урындарҙы арттырыу ҙа мөһим факторҙарҙың береһе булып тора", - тип Алексей Изотов үҙ фекерен белдерҙе.
Шулай уҡ депутат билдәләп үтеүенсә, ил иҡдисадын үҫтереү өсөн инвестицяларҙы 5%-ҡа тиклем арттырырға кәрәк. Тарихта ҡалырлыҡ мөһим мәсьәләләрҙең береһен Президент билдәләп үтте -- ул Рәсәй халҡын һаҡлап ҡалыу һәм арттырыу. Әсәлек капиталы программаһы ваҡытын 2026 йылға тиклем оҙайтыу һәм уның суммаһын индексациялау, шулай уҡ баланың ете йәшенә тиклем пособие түләү кеүек программалар булдырыу.
"Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын үҙгәртеү, өҫтәлмәләр индереү буйынса бик күп һорауҙар булды. Президент илдең төп законы үҙгәрмәйәсәк, тип белдерҙе. Президент, Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы араһындағы полномочиеларҙы ҡабаттан ҡарау көтөлә", -- тине парламентарий.
Читайте нас: