Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:08

Рөстәм Ишмөхәмәтов: «Берҙәм Рәсәй» ил лидерының тәҡдимдәрен ашыра аласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә илдең киләсәктә үҫеше ниндәй юҫыҡта барырға тейешлеге тураһында һөйләп үтте. Бының өсөн тәү сиратта демография мәсьәләләрен күтәрергә һәм РФ Конституцияһын камиллаштырырға кәрәк.

"Әсәлек капиталын биреүҙе дауам итеү, уның суммаһын йыл һайын индексациялау, балалар өсөн социаль контракттар, мәктәптә белем биреүҙе камиллаштырыу, шул иҫәптән башланғыс кластар өсөн бушлай ашатыу ойоштороу, класс етәкселәренә материаль ярҙам күрһәтеү – быларҙың барыһы ла тыуымға ыңғай тәьҫир итәсәк, ғаилә, әсәлек һәм аталыҡ институтын нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Был йәһәттән «Единая Россия» фирҡәһе БР Дәүләт йыйылышында төп финанас документҡа – бюджета корректорларға әҙер", - тип БР Дәүләт йыйылышындағы "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдерҙе.
Депутат һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй президенты тезистары партия ағзалары өсөн мөһим. Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте.
"Берҙәм Рәсәй" идара итеүсе партия булараҡ ил лидерының тәҡдимдәрен тормошҡа ашыра алырына иманым камил. Был үҙгәрештәр Рәсәйҙә йәшәгән һәр граждандың йәшәү кимәлен яҡшыртыр, тип ышанам", - тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Читайте нас: