Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 10:42

Дәүләт башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә демография мәсьәләләре үҙәк урындарҙың береһен алды

Был турала "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенән булған Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишсарин әйтеп үтте.

"Әсәлек капиталы программаһын оҙайтыу һәм уның суммаһын арттырыу -- мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Хәҙер инде финанс ярҙамды тәүге бала тыуғас та алыу мөмкинлеге бар. Әсәлек капиталы хәҙер 616 мең һумға тиклем арттырылды. Күп балалы ғаиләләр ҙә ярайһы ярҙам аласаҡ. Йәшәү минимумы дәүмәле артмаған һәм өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләр дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Был саралар тыуымды арттырыу өсөн башҡарыла. Кеше иртәнге көнгә тулы ышаныс менән ҡарай башлар, дәүләттән ярҙам алып, ғаиләләрен ишәйтә башлар", - тип Рәмзил Ишсарин үҙ фекерен белдерҙе.
Ил Президенты шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына сифатлы белем бирергә, 1-4 класс уҡыусылары өсөн бушлай туҡланыу ойошторорға тәҡдим итте.
"Мөрәжәғәтнамә сиктәрендә Президент балалар баҡсаларында һәм юғары уҡыу йорттарында яңы урындар булдырыу тураһында ла әйтеп үтте. Сөнки яҡын киләсәктә сығарылыш уҡыусылары һаны артыуы көтөлә. Ә ул уҡыусылар бушлай юғары белем алыу хоҡуғына эйә булырға тейеш. Бының өсөн йыл һайын юғары уҡыу йорттарында бюджетлы урындарҙы арттыра барырға тәҡдим ителде. Был айырыуса уҡытыусы, табип, инженер һөнәре белгестәренә ҡытлыҡ кисергән төбәктәргә нығыраҡ ҡағыла", - тип мөрәжәғәтнамәгә таянып парламентарий әйтте.
Читайте нас: