Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 10:58

Путин йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә ҡағылған ҡайһы бер һорауҙар буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың РФ Федераль йыйылышына мөрәжәғәтнамәһе 15 ғинуарҙа була.#Путин

РФ Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен әҙерләү буйынса булған эшлекле кәңәшмәләренең береһен үткәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был сара 15 ғинуарҙа үтәсәк. Был турала Кремелдең мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итте.
"Мөрәжәғәтнамәнең темалары тикшереүгә ҡуйылды. Шулай уҡ ҡайһы бер һорауҙарҙы өҫтәмә хәл итергә кәрәк ине", -- тинеләр Кремелдә.
Кәңәшмәлә президенттың хакимиәте башлығы Антон Вайно, хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары - РФ Финанс министры Антон Силуанов, президент хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫарҙары Алексей Громов менән Сергей Кириенко, РФ хөкүмәте рәйесенең урынбаҫары Татьяна Голикова, РФ президенты ярҙамсыһы Андрей Белоусов, РФ иҡтисад үҫеше министры Максим Орешкин, Мәскәү мэры Сергей Собянин, Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин ҡатнашты.
Быйыл президенттың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе 15 ғинуарҙа "Манеж" Үҙәк күргәҙмә залында үтә.
РФ Президентының мөрәжәғәтнамәһе -- ул дәүләт башлығының Федераль йыйылышҡа төбәлгән РФ Конституцияһы менән теркәлгән йыл һайын була торған сығышы. Ул үҙ эсенә дәүләттең үҫеше йүнәлешен күрһәтеп, хөкүмәткә һәм парламентҡа бурыстар ҡуя. Ғәҙәттә уның йөкмәткеһе һуңғы сиккәсә асылмай.
Читайте нас: