Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 17:05

Инвалидтарға квота бирелә

Ҡуйылған талап үтәлмәгән осраҡта, РФ Кодексының 5.42-се статьяның 1-се бүлегенә ярашлы, вазифалы кешеләргә 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Кемдәргә бындай яза янай? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 13 ноябрендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы эшкә алыу өсөн квоталар билдәләү тураһында”ғы 506-сы ҡарарына ярашлы, урындарҙа был ҡатлам граждандарҙы эшкә урынлаштырыу иғтибар үҙәгендә тотола. Улар өсөн квота нисек билдәләнә?

Әгәр ҙә уҙған кварталдың һөҙөмтәһе буйынса исемлектә 35 йәки унан да күберәк кеше эшләй икән, инвалидтарға ла унда мотлаҡ квота ҡаралырға тейеш. Улар өсөн махсус шарттар ҙа булдырыу мөһим. 101-500 кеше хеҙмәт иткән предприятиела инвалидтар өсөн 1 эш урыны ҡаралған. 1000-гә тиклем иһә 2 физик яҡтан мөмкинлеге сикләнгән кешене урынлаштырыу мотлаҡ. Эшләүселәр һаны күберәк булған һайын, квота ла арта. Ҡуйылған талап үтәлмәгән осраҡта, РФ Кодексының 5.42-се статьяның 1-се бүлегенә ярашлы, вазифалы кешеләргә 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына.

Баймаҡта был тәңгәлдә ҡуйылған талап үтәләме? Райондың 37 ойошмаһында физик яҡтан мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн квота булдырылған. Уларҙың 27-һендә был талап тулыһынса, тағы ла 5-һендә өлөшләтә үтәлә. Һуңғыһына Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы, Баймаҡ почтамты, “Мәктәп йәме-1” ЯСЙ-һы, Темәс мәктәбе, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы инә. Ә инде ҡаланың 1-се мәктәбендә, Урғаҙа, Йомаш, Үрге Таулыҡай мәктәптәрендә, “Баймаҡ водоканалы” МУП-ында, “А.Ғ. Баймырҙин” шәхси предприятиеһында ул күҙәтелмәй.

Мәшғүллек үҙәгендә вакантлы эш урындары банкы булдырылған һәм инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса ундағы мәғлүмәттәр ай һайын яңыртыла. 2020 йылдың 13 ғинуарына ҡарата инвалидтар өсөн 13 эш тәҡдим ителә. Улар араһында ҡаҙанлыҡ операторы, газ селтәре станцияһы операторы, бүлмә йыйыштырыусы, фельдшер, почтальон, уҡытыусы һөнәрҙәренә урын бар.

Һорауҙар булһа түбәндәге адрес буйынса мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә: Баймаҡ ҡалаһы, Әлибаев урамы, 80-се йорт, 2-се бүлмә. Телефон: 8 (34751) 3-29-66.

Гөлнара Сирусина,

Баймаҡ районы буйынса мәшғүллек үҙәге директоры.

Читайте нас: