Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 10:55

Минималь эш хаҡы артасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 1 майынан йыл һайын минималь эш хаҡына түләүҙәрҙе арттырыу механизмын көйләү бурысын ҡуйҙы.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 1 майынан йыл һайын минималь эш хаҡына түләүҙәрҙе арттырыу механизмын көйләү бурысын ҡуйҙы. Рәсәй хеҙмәт министрлығынан белдереүҙәренсә, үҙгәреш 3 миллион кешегә ҡағыла һәм 2020 йылдан хеҙмәт хаҡына өҫтәмәләр индереүгә бюджеттан 20 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Роза Кузьменко, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Башҡортостанда район коэфициентын иҫәпкә алып,минимал хеҙмәт хаҡы -7,5 п!роцентҡа артып, 13 950 һум тәшкил итәсәк. Эш биреүсе ай буйына сәғәттәрен тултырып, һөҙөмтәле эшләгән хеҙмәткәргә ошо сумманан кәм эш хаҡы түләй алмай”.

https://bash.news/news/113626_minimal_xemt_xay_ktrel?lang=bash

Читайте нас: