0 °С
Болотло
Күгиҙел ауылының Йәрмәк тауы битләүе йыл әйләнәһенә балаларҙың шат тауышынан гөр килеп тора. Ҡышҡыһын бигерәк тә. Кисә урындағы мәктәптең 8-се класс уҡыусылары бергәләп Йәрмәктән тау шыуып, бергәләп күңелле ял итеп ҡайтты. Уларға ата-әсәләр ҙә ҡушылды.
Балалар мәз килеп тау шыуған арала атай-әсәйҙәр тәмле өҫтәл дә әҙерләй һалды. Эҫе сәй, шешлек менән һыйланып, тағы ла бергәләп тауға үрмәләнеләр.
Бөгөн дә Йәрмәк тауы балаларҙың шат тауышына күмелде. 2-се, 4-се класс уҡыусылары ла атай-әсәйҙәре менән ял итергә сыҡты. Балалар һуңынан тәмлекәстәр, шешлек ашап, эҫе сәй эсеп таралышты.
Бындай күңелле ял балалар хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.