Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2020, 20:55

Рәсәй Президенты йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаясаҡ

В.В. Путиндыҡ быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә мөһим ниндәй мәсьәләләр ҡараласаҡ? Ярлылыҡты бөтөрөү буйынса күптән күтәреп килгән һорауҙарына нимә тип яуап бирә?#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһарға әҙерләнә. Әлеге көндәрҙә уның өҫтөндә эшләй. Мөрәжәғәтнамәнең йөкмәткеһе буйынса әле
тулы асыҡлыҡ бирелмәй. Ә шулай ҙа ҡайһы бер проблемаларға ҙур урын биреләсәге хаҡында белдерҙе.
Владимир Путин халыҡтың реаль килеме түбән булыуына борсола. Мөрәжәғәтнамәлә ана шул тема, әлбиттә, күтәреләсәк, һәм уны хәл итеү юлдары ла күрһәтеләсәк. Халыҡтың
йәшәйеш кимәлен яҡшыртыу, ярлылыҡты бөтөрөү буйынса саралар күрәсәге хаҡында ул күптән белдергәйне. Бары тик Президенттың күрһәтмәләре урындарҙа үтәлеүе мотлаҡ.
Владимир Путин Мөрәжәғәтнамә менән 15 ғинуарҙа сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас: