Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2020, 21:10

Иҫке сибайҙар хоккей уйнай

Бөгөн ололар һәм йәштәр командаһы осрашты. Кемдәр еңеү яуланы? Тәжрибә өҫтөнлөк алдымы, әллә етеҙлек алдынғылыҡты бирмәнеме? Яуапты беҙҙең сайттан табырһығыҙ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Бөгөн Иҫке Сибай ауылында ла ҡышҡы уйындар старт алды. Мәғлүм булыуынса, урында бигерәк тә хоккейға өҫтөнлөк бирелә. Балаларҙың да, йәштәрҙең дә, ололарҙың да иң яратҡан уйындарынан һанала ул. Бөгөн хоккей турнирына тантаналы шарттарҙа старт бирелде. Ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап, ҡышҡы уйындарға ватихаһын бирҙе. Сараның ойоштороусыһы Б.Х. Заһиҙуллин һәм бағыусыһы Й.А. Әхмәров та матур теләктәрен еткергәндән һуң, ҡыҙыу уйын башланып та китте. Бөгөн өлкәндәр командаһы менән йәштәр осрашты. Уйын 9:12 иҫәбе менән тамамланды. Еңеү, әлбиттә, йәштәр һөҙөмтәһенә тамамланды. Командалар иртәгә лә осрашасаҡ. Уйын барышындағы фотоларҙы түбәндәге һылтанма аша ҡарарға мөмкин: https://vk.com/album-88112602_269440649
Читайте нас: