Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2019, 11:35

Медицина тармағы ниндәй буласаҡ?

“Инцидент” системаһына медицинаға бәйле бер йылда 4 мең 400-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Элегерәк һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе беренсе урында булһа, хәҙер ул 6-сы урынға төшкән.Был тәңгәлдә ниндәй эштәр башҡарылған? Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Инцидент” системаһына медицинаға бәйле бер йылда 4 мең 400-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Элегерәк һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе беренсе урында булһа, хәҙер ул 6-сы урынға төшкән. Халыҡ башлыса табиптар һәм медицина ойошмалары етешмәүгә зарланған. Бер йылда тармаҡта кадрҙар дефициты тулыһынса хәл ителмәһә лә, кире күренеш туҡтатылған. Дауаханаларға 400-ҙән ашыу белгес килгән, райондарҙа 50 фельдшер-акушер пункты төҙөлгән һәм 20 күсмә медицина комплексы һатып алынған.

Был тәңгәлдә Баймаҡта ла ярайһы маҡсатлы эштәр алып барылды. Кадрҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында юғары уҡыу йорттарында ошо йүнәлештә белем алған студенттар менән осрашыуҙар үтте. Йәш кадрҙар торлаҡ менән тәьмин ителде. Үҙәк ҡала дауаханаһының матди-техник базаһын нығытыу буйынса медицина ҡоролмалары алынды. Техника паркы “Ашығыс ярҙам” автомобилдәре менән тулыланды. Семеновск һәм Ишбирҙе ауылдарында модулле ФАП сафҡа инде. Был тәңгәлдә киләһе йылдарҙа ла эштәр алып барыласаҡ.

Читайте нас: