Яңы йыл алдынан Башҡортостан Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров 2019 йылға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы гранттарына лайыҡ булған төбәктәрҙе билдәләне.
Әйтергә кәрәк, бындай дәртәләндереү сараһы былтыр тәүгә булдырылды һәм бының өсөн бюджеттан 75 млн һум аҡса бүленде. Ул республиканың социаль-иҡтисади тормошонда төрлө тармаҡтар буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән ҡалаларға һәм райондарға тапшырыла.
Шуныһы һөйөнөслө, “Инвестор менән диалог” номинацияһында Баймаҡ, Архангел райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы еңеп сыҡты.
Беҙҙең районда барлығы 107 “инвестсәғәт” үткәрелеп, унда халыҡ хужалығы тармағының төрлө өлкәләре буйынса инвестиция проекттары тикшерелгән. Шуның яртыһы – ауыл хужалығын үҫтереү буйынса. Һуңғы йылдарҙа тап ошо өлкәгә иғтибарҙың артыуы юҡҡа түгел, сөнки бөгөн агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса федераль һәм республика проекттары уңышлы эшләй. Уның һөҙөмтәһен беҙ күреп торабыҙ – грант алыусы һәм үҙ эштәрен асыусы фермерҙар, эшҡыуарҙар һаны йылдан-йыл арта, яңы производстволар файҙаланыуға тапшырыла.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев билдәләүенсә, беҙҙең төбәк ағымдағы йылда ла инвесторҙар менән генә түгел, ә башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә лә әүҙем эш алып барасаҡ.
А.Мөхәмәтшин.