Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 18:55

Иҫке Сибай уҡыусыларына 2 автобус!

Иҫке Сибай ауылы халҡы Яңы йыл бүләге алыуҙы дауам итә. Бөгөн мәктәптең матди-техник базаһы тағы ла 2 яңы автобус менән тулыланды.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Иҫке Сибай ауылы халҡы Яңы йыл бүләге алыуҙы дауам итә. Бөгөн мәктәптең матди-техник базаһы тағы ла 2 яңы автобус менән тулыланды.

Әйтергә кәрәк, Иҫке Сибай мәктәбе авария хәлендә булғанлыҡтан, ябылған ине. Бөгөн 421 уҡыусының 212-һе Сибай ҡалаһындағы 14-се мәктәпкә йөрөп уҡый. Дәрес бер сменала ойошторолған.

- Мәктәптең 6 автобусы бар, - тине мәктәп директоры Салих Рафиҡов. - Иртәнсәк һәм төштән һуң улар 2-шәр рейс яһай. Федераль законға ярашлы, автобустар 10 йыл эксплуатацияла булғандан һуң, уларҙы файҙаланыу тыйыла. Яңы йылдан һуң ике автобус базанан алынасаҡ. Улар урынына, федераль программаға ярашлы, яңылары килде. Кисә БР Мәғариф министры Айбулат Хажин тантаналы шарттарҙы уларҙың асҡыстарын тапшырҙы. Шундай ҙур ярҙамдары һәм иғтибарҙары өсөн РФ һәм БР Хөкүмәтенә, район хакимиәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Читайте нас: