Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 18:30

Иҫке Сибай дауаханаһына - “Ашығыс ярҙам”!

Иҫке Сибай ауылы халҡы өсөн Яңы Йыл мөғжизәләре дауам итә. Бөгөн урындағы врач-амбулаторияһы матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында БР Хөкүмәте ҡарары менән, тантаналы шарттарҙа “Ашығыс ярҙам” машинаһы һәм бер нисә медицина ҡорамалы тапшырылды. Сарала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Иҫке Сибай ауылы халҡы өсөн Яңы Йыл мөғжизәләре дауам итә. Бөгөн урындағы врач-амбулаторияһы матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында БР Хөкүмәте ҡарары менән, тантаналы шарттарҙа “Ашығыс ярҙам” машинаһы тапшырылды. Тағы ла стоматология кабинеты бер балалар креслоһы менән тулыланды. Бынан тыш анализдарҙы тикшереү, баһалау өсөн бер нисә медицина ҡоролмаһы алынды. Барлыҡ был ҡорамалдар ауырыуҙарға ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.

Әйткәндәй, былтыр врач-амбулаторияһына тулы капиталь ремонт яһалған ине. Быйыл иһә төҙөкләндереү эштәре дауам итте. Тәҙрәләре, иҙәндәре яңыртылды. Ике ҡатҡа ла янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйылды. Инженер селтәрҙәр алмаштырылды. Ҡыйығы, һалҡын һәм эҫке һыу һәм һыу сығарыу торбалары яңыртылды.

Читайте нас: