Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 13:35

Ял итһәгеҙ ҙә хеҙмәт хаҡы түләнергә тейешме?

Эш көндәре байрам көндәренә тура килгән осраҡта ла хеҙмәт хаҡы түләнергә тейешме? Ошо хаҡта беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Эш көндәре байрам көндәренә тура килгән осраҡта ла хеҙмәт хаҡы түләнергә тейеш. “Хеҙмәт” кодексында ошо хаҡта гарантия ҡаралған. Тимәк, Яңы йылдан һуң бер аҙна тирәһеләй ял итһәк тә, эш хаҡы кәмергә тейеш түгел. "Роструд" етәксеһе урынбаҫары Иван Шкловец “Российская газета” баҫмаһына биргән интервьюһында ошо хаҡта белдерҙе.

Был бигерәк тә хеҙмәт хаҡы оклад системаһы менән билдәләнеүселәргә ҡағыла. ”Башҡа хеҙмәткәрҙәргә (эш күләменә ҡарап хеҙмәт хаҡы алғандар) эшләмәгән байрам көндәре өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралырға тейеш,” - тип аңлата ул.

Читайте нас: