Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 13:43

Республика буйынса - 3491, Баймаҡта 20 подъезд ремонтланды

“Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы”нан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала күп ҡатлы йорттарҙың 3491 подъезында төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Уларҙың тағы ла 907-ында ремонт эштәре бара.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы”нан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала күп ҡатлы йорттарҙың 3491 подъезында төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Уларҙың тағы ла 907-ында ремонт эштәре бара.

Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтенән белдереүенсә, ҡуйылған план буйынса артта ҡалыу бөтөрөлгән, эштәр графикка ярашлы алып барала. Был мөһим сараға ышаныслы төҙөлөш ойошмалары йәлеп ителә.

Киләһе йылда республика буйынса 3382 подъезды төҙөкләндереү ҡаралған. 2020 – 2024 йылдарҙа иһә уларҙың һанын 20 меңгә еткереү күҙаллана. Бары тик подъездарҙың торошон һаҡлап тоторға кәрәк.

Баймаҡ ҡалаһы буйынса быйыл күп ҡатлы йорттоң 20 подъезы ремонтланған. Киләһе йылда тағы ла 16 подъезда төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.

Читайте нас: