Һаҡмар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 13:33

"Тыуған урам" программаһы буйынса 560 саҡрым урамға ваҡ таш түшәйҙәр

Башҡортостанда 2019 йылда «Тыуған урам» республика программаһын тормошҡа ашыра башланылар.#национальныепроекты;#нацпроекты

Меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа бер үҙәк урам ремонтлана, дөйөм алғанда, был республикала 560 саҡрымдан ашыу тәшкил итә. Ошо хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
Шулай уҡ тораҡ пункттарға, яңы биҫтәләргә инә торған юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эш башланған. Урындағы карьерҙарҙың материалдарын файҙаланып, юлдарға ваҡ таш һәм ҡом түшәйҙәр.
2024 йылға тиклем 11 мең 253 саҡрым түшәү күҙаллана, 2019 йылға план – 1849 саҡрым, 2019 йылда 1281 саҡрымы үтәлгән.
«Планды үтәп еткермәү күберәк урындағы төҙөлөш материалдарының булмауына бәйле, был юлдың бер саҡрымын ремонтлау хаҡының ҡиммәтләнеүенә килтерә», — тине Тимур Мөхәмәтйнов.
Быйыл Башҡортостандың муниципаль райондарына — 540 миллион һум, ҡала округтарына 90 миллион һум субсидия бүленгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас в