Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 18:55

Ишбирҙелә ФАП асылды!

Бөгөн Ишбирҙелә фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ауыл халҡы быны ҙур һөйөнөслө яңылыҡ итеп ҡабул итте. Шулай булмай ни! Быға тиклемгеһе күптән инде авария хәлендә ине. Әйткәндәй, ишбирҙеләрҙең шатлығы менән уртаҡлашырға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы баш врачы Әлиә Әдиәтова ла килгән ине. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн Ишбирҙелә фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ауыл халҡы быны ҙур һөйөнөслө яңылыҡ итеп ҡабул итте. Шулай булмай ни! Быға тиклемгеһе күптән инде авария хәлендә ине. Әйткәндәй, ишбирҙеләрҙең шатлығы менән уртаҡлашырға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы баш врачы Әлиә Әдиәтова ла килгән ине.

Ауыл халҡы шундай ҙур бүләк өсөн БР Хөкүмәтенә, район хакимиәтенә, үҙәк ҡала дауаханаһына ҙур рәхмәттәрен белдерҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, ишбирҙеләр яңы ФАП-тың булырына ышаныстарын да өҙгән ине. Күпме йылдар һуҙылып килгән проблеманы хәл итеүҙә Гөлнур Ҡолһарина ярҙам күрһәтте. Сара барышында төҙөлөштө атҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәткәндәргә Гөлнур Ҡолһарина һәм Гөлшат Сирғәлина Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Афған яуын үткән Морат Иҫәндәүләтовҡа Афғанстан Республикаһынан Совет ғәскәрен сығарыуға 30 йыл тулыу айҡанлы миҙал тапшырылды.

Тантана уңайы менән ишбирҙеләр иҫ киткес ҙур, бай йөкмәткеле театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Шуның менән улар урындағы Яңы йыл ҡаласығын асты. Йыл хужаһы Сысҡандың “ғаиләһен” ишбирҙеләр йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Ошонда уҡ ҡунаҡтарға эҫе сәй эсеү ойошторолдо.

Читайте нас: