Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 11:24

Көрәшселәр сыҡты майҙанға

Икенсе Этҡолда милли көрәш буйынса район-ара асыҡ турнир үтте. Ул Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә ойошторолдо. Унда Баймаҡ ҡалаһы һәм районы, Белорет, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан 90-дан ашыу көрәшсе майҙанға сыҡты.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Икенсе Этҡолда милли көрәш буйынса район-ара асыҡ турнир үтте. Ул Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә ойошторолдо. Унда Баймаҡ ҡалаһы һәм районы, Белорет, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан 90-дан ашыу көрәшсе майҙанға сыҡты. Турнирҙа район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, Азамат Тажетдиновтың улы, “Жил-строй” ЯСЙ-һы директоры, БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе Нур Тажетдинов ҡатнашты.

25 килограмға тиклемге кәүҙә ауырлығында барған ярышта Таһир Баймырҙин (Хәйбулла районы) – беренсе, Арсен Дауытов (Әбйәлил), Ильяс Хәбибуллин (Баймаҡ ҡалаһы) өсөнсө урындарҙы алды. 30 килограмға тиклемге турнирҙа Илсур Атанғолов (Темәс) – беренсе, Илдар Байымов (Икенсе Этҡол), Илсур Таһиров (Икенсе Этҡол) өсөнсө урындарҙы яуланы.

35 килограмм ауырлыҡтар араһында барған ярышта Рамаҙан Яҡупов (Икенсе Этҡол) еңеү яулаһа, киләһе урындарҙы Ғәфүр Сәфәрғәлин (Икенсе Этҡол), Илнур Халиҡов (Темәс) алды.

40 килограмм кәүҙә ауырлығы араһында иһә Илһам Мусин (Баймаҡ) – беренсе, Илдар Хәмзин (Әбйәлил) - икенсе, Рамаҙан Мәхмүтов (Икенсе Этҡол) өсөнсө урындарға сыҡты.

45 килограмм кәүҙә ауырлығы араһында барған турнирҙа еңеүҙе Мөхәмәт Яҡупов (Икенсе Этҡол) яулаһа, киләһе урындарҙы Илсур Сәйфуллин (Әбйәлил) һәм Инсаф Ғарифуллин (Темәс) бүлеште.

50 килограмм кәүҙә ауырлығына тиклемге ярышта Мәүлит Исханов (Темәс) иң көслөһө булып танылды. Динир Садыҡов (Әбйәлил) – икенсе, Нияз Зәйнәғәбдинов (Юлыҡ) өсөнсө урындарҙы яуланы.

55 килограмм кәүҙә ауырлыҡтар араһында Руслан Дәүләтбаев (Әбйәлил) – беренсе, Илһам Салихов (Әбйәлил) – икенсе, Ирхан Ғүмәров (Икенсе Этҡол) өсөнсө урындарҙы алды.

60 килограмм кәүҙә ауырлыҡтары араһында Әбйәлилдән килгән Вилдан Питилимов иң көслөһө тип табылһа, киләһе урындарҙы Ғәлинур Баймырҙин (Хәйбулла), Тимур Талипов (Әбйәлил) алды.

70 килограмм кәүҙә ауырлыҡтары буйынса Риф Әҙеһәмов (Баймаҡ ҡалаһы) ышаныслы еңеү яуланы. Ильяс Түвәнәев (Баймаҡ ҡалаһы) - икенсе, Ильяс Сафин (Таулыҡай) өсөнсө урындарҙы алды.

70 килограмдан ҙурыраҡ кәүҙә ауырлыҡтары буйынса барған ярышта Айнур Вәлитов (Баймаҡ ҡалаһы) еңеүсе булып танылды. Артабанғы урындарҙы Айгиз Хисаметдинов (Баймаҡ ҡалаһы) - икенсе, Роман Ахтарянов (Белорет) өсөнсө булып танылды.

“Еңеүгә ынтылыш өсөн” номинацияһында Белореттан Артем Винокуров, “Иң йәш көрәшсе” булып Баймаҡтан Мирйән Вәлитов, “Иң яҡшы техника өсөн” номинацияһында Баймаҡтан Илһам Мусин билдәләнде. Айбулат Ғүмәровтың “Еңеүгә ынтылыш өсөн” тамашасылар һөйөүе призына Үрге Иҙристән Байрас Ғафаров лайыҡ булды.

Сараның бағыусыһы булып, Азамат Тажетдиновтың улдары Илшат Азамат улы һәм Нур Азамат улы сығыш яһаны.

Читайте нас: