Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2019, 11:10

Башҡортостан Республикаһынан 11 уҡыусы МТИ.Junior. Түңәрәктәр хәрәкәте олимпиадаһында еңеп сыҡтылар. Төбәгебеҙ тәүге 10-ау исемлегенә инде

Милли техник инициативалар (МТИ).Junior Түңәрәктәр хәрәкәтенең тәүге Олимпиадаһы "Рәсәй -- мөмкинлектәр иле" платформаһына ҡараған президент проектарының береһе булып тора. Уның һөҙөмтәһен 17 декабрҙә ТАСС мәғлүмәт конференцияһында сығарҙылар. 61 команданан 221 ҡатнашыусы еңде. Башҡортостан еңеүселәр һаны буйынса топ-10-ға (11 кеше) инде. #национальныепроекты;#нацпроекты

2019-2020 уҡыу йылында МТИ.Junior Түңәрәктәр хәрәкәте "Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономиялы коммерция булмаған ойошма, "МТИ платформаһы" һәм "Рәсәй венчур компанияһы" менән килешеүҙәр төҙөнө.

"Конкурста ҡатнашыу өсөн барлығы 84 төбәктән 22 838 уҡыусы (13 864 малай -- 60,7% һәм 8 974 ҡыҙ -- 39,3%) заявка бирҙе. Заякалар Мәскәү (6 378), Нижегородск (2 289) һәм Новосибирск (2 112) өлкәләренән күп килде. Тәүге турҙа уҡыусылар күнегеүҙәрҙе онлайн эшләнеләр. Уның һөҙөмтәһе буйынса финалға 1200 уҡыусы сыҡты. Лидерҙар рәтен Мәскәү өлкәһе (83), Новосибирск өлкәһе (63) һәм Санкт-Петербург ҡалаһы (53) тулыландырҙы", -- тип мәғлүмәт конференцияһында "Рәсәй -- мөмкинлектәр иле" генераль директоры урынбаҫары Владилав Даванков һөйләне.

Йомғаҡлау турҙары 23 ноябрҙән 15 декабргә тиклем Рәсәйҙең 16 ҡалаһында: Мәскәү өлкәһенең Королеваһында, Иркутск, Ижевск, Түбәнге Новгород, Чебоксар, Екатеринбург, Мәскәү, Новсибирск, Волгоград, Яҡут, Ярослав, Ҡазан, Бөйөк Новгород, Владивосток, Санкт-Петербург һәм Өфө ҡалалары.

Финалға сыҡҡан уҡыусылар биш йүнәлеш буйынса көс һынаштылар. "Кеше өсөн технология" йүнәлешендә датчиктар ярҙамында кешенең билдәләрен билдәләп, роботто программалау кәрәк булды. "Виртуаль донъя өсөн технология" йүнәлешендә иһә "виртуаль шәхес" булдырҙылар.

Еңеүсе 7-се кластар өсөн 8-11 кластар өсөн МТИ Түңәрәктәр хәрәкәте олимпиадаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ еңеүселәр үҙҙәре һайлаған предметтан БДИ һөҙөмтәһе 100 балл менән билдәләнә. Унан "Рәсәй -- мөмкинлектәр иле" форумында (2020 йылда үтә) ҡатнашыу мөмкинлеген ала.

Читайте нас: