Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 17:05

Сабый тыуғас та бүләк тапшырыласаҡ

Бөгөн янғынды иҫкәртеүсе тауышлы ҡоролмаһы күп балалы, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә, аҙ тәьмин ителгән һәм иҫәптә торған ғаиләләргә генә бушлай бирелә ине. Бөгөнгә тиклем ул республика буйынса 11 мең ғаиләгә тапшырылған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Бөгөн янғынды иҫкәртеүсе тауышлы ҡоролмаһы күп балалы, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә, аҙ тәьмин ителгән һәм иҫәптә торған ғаиләләргә генә бушлай бирелә ине. Бөгөнгә тиклем ул республика буйынса 11 мең ғаиләгә тапшырылған.

Ошо көндәрҙә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманың яңы тыуған сабыйҙарға ла бүләк ителәсәге хаҡында билдәле булды. Уларҙы 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң, бәләкәстәрҙе бала табыу йортонда бирелә торған бүләк менән ҡуша тапшырыласаҡ.

Һандар теле менән әйткәндә, республикала бюджетынан 120 меңдән ашыу янғынды иҫкәртеүсе тауышлы ҡоролма таратылған. Ул 336 кешенең, шул иҫәптән 131 баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған.