+2 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығында, Башҡорт теле көнө уңайы менән ҙур сара үтте. Унда мәктәптәргә башҡорт теле кабинеттарын мультимедия комплекстары алыу өсөн махсус сертификат тапшырылды.
Комиссия тарафынан был сертификатҡа лайыҡлы тип, Баймаҡ районынан ҡаланың 4-се лицейы һайлап алынды. Был белем усағы программаның шарттарына ярашлы, бөтә талаптарға ла яуап бирә, тип табылды. Сертификат уҡыусыларға башҡорт телен өйрәнеүгә яңы мөмкинлектәр бирәсәк, тип көтөлә. Тимәк 4-се мәктәп уҡыусылары тағы ла бейегерәк еңеүҙәре, уңыштары менән һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ.