Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 13:50

Ант итәм!

Бөгөн Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының 11-се һәм 14-се курс студенттары кадет сафына алынды. Улар бейек сәхнәнән “Кадет” рәтендә лайыҡлы шәхес булып йәшәргә ант бирҙе.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Бөгөн Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының 11-се һәм 14-се курс студенттары кадет сафына алынды. Улар бейек сәхнәнән “Кадет” рәтендә лайыҡлы шәхес булып йәшәргә ант бирҙе.

Тантанала студенттарҙың ата-әсәләре, Афғанстан, Чечен яуҙарын үткән ветерандар ҡатнашты. Улар үҙҙәренең армияла хеҙмәт иткән саҡтағы хәтирәләре менән бүлеште, тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы улдары булып үҫергә кәңәш бирҙе. Кадеттар иһә үҙ сиратында бөгөн биргән анттарына тоғро ҡалырға, үҙҙәрен һәр ҡайҙа ла тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.

Сараны артабан матур концерт номерҙары дауам итте.