Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 10:35

2020 йылда Башҡортостан Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.#национальныепроекты;#нацпроекты

Документта юбилей сараларын әҙерләп үткәреү өсөн яуаплы ойоштороу комитеты составы раҫланған.
Башҡортостан хөкүмәтенә саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын байрам итеү өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан бүленә.
https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/129126.html
Читайте нас: